Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Февраль 2022, 21:31

Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара

Бөгөн Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылыуҙың 33 йыллығына арналған йөкмәткеле сара үтте.

Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара

Ҡыпсаҡ афғансылары Әхнәф Алтыншин,Нурғәле Һырлыбаев, Радик Ҡасимов, Йыһанур Шәмиғолов, сарала ҡатнаша алмаһа ла Илдар Усмановты район ветерандар советы рәйесе О.Ғәлиев,ауыл хакимиәте башлығы Т.Төлкөбаева, мәктәп етәксеһе И.Үтәбаев,ауыл ветерандар советы рәйесе З.Муллағолова, ауыл ҡатын - ҡыҙҙар советы рәйесе М.Ғәбиҙуллина, балалар баҡсаһы етәксеһе Г.Ҡарамышева һ.б.ихлас тәбрикләне.

Афғансы Йыһанур Шәмиғоловтың 55 йәшлек юбилейын да онотманы ауылдаштары.

Ветерандар үҙҙәренең әрме хеҙмәте,яу юлы хаҡындағы хәтирәләр менән ихлас уртаҡлашты.

Матур сараны Ҡыпсаҡ ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йыр -моң, дәртле бейеү менән биҙәне.

 

Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Ҡыпсаҡ афғансылары ҡатнашлығында ҙур сара
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: