Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Февраль 2022, 14:56

Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте

Бөгөн Байназар урта мәктәбендә "Батырлыҡ" ордены кавалеры, Ватан алдындағы ир-егетлек бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Байназар бөркөтө Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей ярыштары үтте.

Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте

Сараға күрше район хоккей командалары саҡырылһа ла, төрлө сәбәптәр менән килә алманы.

Боҙ майҙанында байназарҙар, ҡыпсаҡтар һәм монасиптар алышты.

Сарала район ветерандар советы рәйесе, хәрби хәрәкәттәр һәм "Диңгеҙселәр туғанлығы" ветерандары йәмәғәт ойошмаһының рәйес урынбаҫары Олег Ғәлиев, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Ирек Шәмиғолов, Байназар ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов, Байназар ветерандар советы рәйесе Сәғит Алтынбаев, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы ағзаһы Динар Азанғолов, Байназар биләмәһендәге "чеченсы"лар, мәрхүм батырҙың әсәһе Таңһылыу апай Нурғәлина, мәктәп администрацияһы, уҡыусылар, элекке сығарылыш уҡыусылар һ.б. ҡатнашты.

Был сара мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаевтың идеяһы менән инде байтаҡ йылдар үткәрелә килә.

1980 йылғы Филүс Нурғәлин, әрме сафтарына алынып, Ватан алдындағы ир-егетлек бурысын үтәгәндә – Абхазия-Грузия сигендә блокпоста торғанында батырҙарса һәләк булған – ана шул ғәзизенең рухы шат булһын, балаларҙа ватансыллыҡ сифаттары тәрбиләнһен, хәйер-саҙаҡанан булһын, тип Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы нисә йыл рәттән инде йылына ике тапҡыр – Яңы йыл байрамына һәм һуңғы ҡыңғырауҙа Байназар мәктәбенең алдынғы уҡыусыларына улы исемендәге премияны тапшыра...

Бөгөн дә Таңһылыу апай бик тулҡынландырғыс итеп сығыш яһаны, Бәйназар мәктәбе директорына, килгән ҡунаҡтарға, улының рухын шатландырып, Филүс иҫтәлегенә ошондай рухи һәм илһөйәрлек тәрбиәләүсе саралар ойоштороусыларға йөрәгенән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе...

Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Батыр иҫтәлегенә хоккей ярышы үтте
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: