22 апрель көнө тәүгеләрҙән булып ағас ултыртырға Бетерә урман хужалығы биләмәһенә Әтек ауылынан 2 тиҫтәгә яҡын кеше сыҡҡан. Тәүге ике көндә план буйынса ағас ултыртылһа, өсөнсө көндә алдан ултыртып та үҫмәгән үҫентеләрҙе алмаштырып ултыртҡандар. Эшкә халыҡты Бетерә урман хужалығы мастеры Айнур Татлыбаев ойоштороп алып сыҡҡан. Ағас ултыртыуҙы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, даими ағас алыусылар, ғөмүмән, кемдәр теләй – барыһы ла ҡатнаша ала. 1 гектар ер өсөн 10 мең һум күләмендә аҡса түләнә.
Ағас ултыртыу эшен әлегә урман хужалығы ғына башлаған, сөнки уларҙа ағас ултыртыу өсөн ерҙәр көҙҙән әҙерләнеп ҡуйыла. Арендаторҙар иһә әле әҙерлек менән булыша.
Урмандарҙы тергеҙеү йәһәтенән республикала, шул йәһәттән районда ла йыл да “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһы үтә. Быйыл ул 8 майҙа Бөрйән урман хужалығының Көньяҡ Үҙән урмансылығында үтәсәк. Был көндө ағас ултыртыу өсөн 1 гектар ер бүленгән. Унда 3600 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртыу планлаштырыла. Урманды йәшәртеүҙә ҡатнашырға теләүселәрҙе иртәнге сәғәт 10-ға Әбделмәмбәт урмансылығының контораһында көтәләр.
Әле көндәрҙең эҫе тороуы, һауа температураһының юғары булыуы сәбәпле республикала урман фонды биләмәһендә янғын хәүефе миҙгеле асылды.
Урман - ҡырҙарҙа ут менән һаҡ эш итәйек