Тирә-яҡ мөхит
19 Февраля 2024, 11:35

Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер

Район хакимиәтенең акттар залында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектында ҡатнашыу буйынса кәңәшмә үтте. Был проект сиктәрендә район территорияһында бер нисә йыл рәттән файҙалы эштәр башҡарыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индерРайон биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер

2022 йылда Иҫке Собханғол ауылының Ш. Бабич урамындағы парктың биләмәһе төҙөкләндерелһә, 2023 йылда ошо уҡ урамда йәйәүлеләр зонаһында эскәмйәләр, урналар ҡуйыу, спорт зонаһы, автомобиль парковкаһы, тротуар эшләү буйынса эштәр башҡарылды. Шулай уҡ, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү һәм контейнер майҙансығы булдырылды. Быйылғы йылда Иҫке Собханғол ауылының Совхоз урамында күп функциялы спорт майҙансығы эшләү планға алынған.

Кәңәшмәлә 2025 йылда федераль проектта ҡатнашыу өсөн райондан 3 объект - “Фурҡан” мәсете территорияһын төҙөкләндереү (ауыл халҡы өсөн ял итеү зонаһын булдырыу), Иҫке Собханғол ауылында спорт һәм балалар майҙансығы, Байназар ауылының Октябрь урамында балалар һәм йәштәр өсөн спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡ булдырыу тауыш биреүгә ҡуйыласағы хәбәр ителде.

Тауыш биреү 15 мартта башланып 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Район биләмәһен төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөңдө индер
Автор:Айгузель Уразаева