Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
10 Май 2023, 15:55

Әйтәгүр ҡар тыны һиҙелә ине ул...

Ҡар һыуығы тойманығыҙмы? Баҡтиһәң, беҙгә яҡын ғына урында әлеге ваҡытта ҡар яуып тора икән. Муйыл сәскә атҡан туғайҙарҙа Йөрөгән инек икәү ҡар кисеп, тигән кеүек булған инде... Тулыраҡ – артабан.

Эйе, бөтөнләй эргәлә генә. Сибай – Баймаҡ трассаһында ошолайтып ҡына ҡар яуа икән. Был хәлгә шаһит булыусылар: “Бына һиңә “ласковый май”, тип яҙып ҡуйғандар.

Әлеге ваҡытта ул яҡта һауа температураһы плюс 5 градус.

Ярай, үтә ҡоро булып киткәйне бит, ҡар һыуға әйләнеп, ерҙе әҙерәк дымға туйҙырыр.

Йылайырҙа ямғыр һыҙырып яуҙы, тип яҙыусылар ҙа бар ине.

Нимә генә булһа ла, барыһы ла яҡшыға!

Юлдарҙа аңғарып йөрөгөҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: