Бөтә яңылыҡтар
Тирә-яҡ мөхит
20 Сентябрь 2022, 18:00

Ҡалдыҡтар проблемаһы ҡасан хәл ителер?

2024 йылға тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә алты рөхсәтһеҙ полигонды бөтөрөү күҙ уңында тотола.

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.

Андрей Назаров Рәсәй премьер-министры урынбаҫары Виктория Абрамченко рәйеслегендәге Волга буйы федераль округында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өлкәһендә реформаны тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәләрен тикшергән кәңәшмәлә ҡатнашҡан һәм ултырышта ҡаралған мөһим мәсьәләр тураһында һөйләне.

- Ғөмүмән, беҙ «Экология» милли проектының планлаштырылған күрһәткестәренә ирештек, ләкин Башҡортостанды ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә алдынғы урынға сығарыу өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеүҙең тулы системаһын булдырыуҙы тамамларға һәм 2030 йылға уларҙы утилләштереү күләмен икеләтә кәметеүҙе тәьмин итергә кәрәк, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әлеге реформаны тормошҡа ашырыу, ҡалдыҡтарҙы сығарыу менән бәйле хәҙерге хәл һәм улар менән эш итеү объекттарының ҡеүәттәре тураһында хәбәр итте.

Республика территорияһында 2024 йылға тиклем "Таҙа ил" федераль проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡаралды.  Был проект Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә алты рөхсәтһеҙ полигонды бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Уларҙың өсөһөнә (Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары сиктәрендә) федераль бюджеттан 1,2 млрд һум аҡса бүленгән.

Социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәрен күҙәтеү һөҙөмтәләре тураһында Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итте. Халыҡты айырыуса борсоған тәүге биш темаға контейнерҙарҙан сүпте алып китеү, уны йыйыу, контейнерҙар менән бәйле проблемалар һәм полигондарҙы бөтөрөү инә.

Андрей Назаров райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре етәкселәренә федераль субсидиялар ярҙамында һатып алынған контейнерҙарҙы урынлаштырыр өсөн майҙансыҡтарҙы тәртипкә килтерергә ҡушты, Рәсәй Тәбиғәт ресурстары министрлығының «Дөйөм таҙартыу» проектына индерелгән объекттарҙың талаптарын үтәүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ошондай участкалар буйынса мәғлүмәт биреүҙе талап итте.

— Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡалдыҡтар менән эш итеү объекттарын инвентаризациялауҙы үткәрергә, артабан территориаль схемаға төҙәтмәләр индерергә, шулай уҡ төбәк операторҙары һәм инвесторҙары менән берлектә ҡалдыҡтар менән эш итеү объекттарын төҙөү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. – тип билдәләне Андрей Назаров.

Башҡортостан гәзите

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Ҡалдыҡтар проблемаһы ҡасан хәл ителер?
Ҡалдыҡтар проблемаһы ҡасан хәл ителер?
Автор:
Читайте нас: