Бөтә яңылыҡтар
Тарих
9 Декабрь 2023, 16:11

Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар

Шоферҙар династияһының тәүге ағзаһы Нуритдин Нуриман улы Ҡасимов 1929 йылдың 7 авгусында Килдеғол ауылында тыуған. Ҡыпсаҡҡа юл йөрөрлөк булмай башлағас, Аҡбейек һәм Ҡараташ тауҙарының һырттарынан башлап юл һалыусы ул.

Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар

1957-1975 йылдар арауығында халыҡ ошо "Нуритдин юлы"нан йөрөй. Нуритдин ағайҙың һөнәри юлын дауам итеп улдары Радик һәм Рәжәп Ҡасимовтар ҙа шофер һөнәрен һайлайҙар.

Бөгөн Әбделмәмбәт ауылында данлыҡлы "Нуритдин юлы"на таҡтаташ асылды. Көн һыуыҡ булһа ла "Урал" колхозында эшләүсе шоферҙар дәррәү йыйылды был сараға. Ауыл хакимиәте башлығы Йәүҙәт Ғаяз улы Заһитов тантананы асып, ошо таҡтаташты асыуға өлөш индереүсе ауылдаштарға рәхмәтен еткерҙе. Шатлыҡ уртаҡлашырға Әбделмәмбәт ауылы егеттәре - район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Илфат Ғәлин һәм Мәғлүмәт һәм консультация үҙәге директоры Айгиз Шәрипов килде. Байрам менән ҡотлап Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы исеменән иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар. Таҡтаташты асыу инициативаһын башлаусы Нуритдин Ҡасимовтың оло улы Рәжәп ағай юлдың тарихын бәйән итте һәм ярҙамлашыусы егеттәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Таҡтаташты асыу хоҡуғы "Ысын шофер" улдары Рәжәп һәм Радик ағайға йөкмәтелде. "Беҙ тарихты белергә тейешбеҙ, Нуритдин ағай тураһында "Таң" гәзитенә баҫма биргәйнем, шуны яңынан сығарыр кәрәк," - тип, үҙ теләген еткерҙе Фәтих Сәйфетдинов. Үткәнде онотоуға юл ҡуймай, хәтер яңыртып, яңы быуынға ла тарихты иҫләтеп тороусы таҡтаташтың асылыуы бик ҡыуаныслы ваҡиға.

Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Тарихты онотоуға юл ҡуймайҙар
Автор:
Читайте нас: