Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
9 Август , 17:16

Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан

Һис шикһеҙ, Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһын ул барлыҡҡа килтергән бөтә йән эйәләренән дә нығыраҡ ярата, һәм был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан. Баҡара сүрәһенең 29 аятында Аллаһ былай ти: "Ул, Аллаһ, ер йөҙөндәге бәтә нәмәне һеҙҙең өсөн яралтты." Шуға шөкөр итеп, Хаҡ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғанынан тыйылып йәшәр кәрәк.

Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан

Хаҡ Тәғәлә шулай уҡ үҙ ҡөҙрәтен белдереп мөъминдәргә шуны иҫкәртә:
"Эй, ҡолдарым, ҡарағыҙ күк йөҙөнә, ергә, үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ, минең әйткәнем генә була: улар минең әмеремә буйһона, Мин ямғырҙарға бойороҡ бирәм ямғыр яуа, болоттарға бойорам йөҙә, елгә иҫергә ҡушам иҫә. Ҡайһы берҙәре донъяла йәшәй, башҡалары юҡҡа сыға. Берәүҙәр килә, икенселәре китә. Мин теләгән нәмәләр бара.

Һеҙ башҡа тереклектән өҫтөн яратылғанһығыҙ, (әҙәм балаһы хайуандан да түбән, фәрештәләрҙән дә өҫтөн була ала) Аллаһ хозурына һеҙ йәнә өҫтөн булараҡ барырға теләһәгеҙ, бөтә ихтыярығыҙға ҡарамаҫтан, минең маҡсатымдың тышына сыҡмағыҙ, ти Аллаһ.
Һеҙ - Аллаһтың һөйгән ҡолдары. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙән дә шуны уҡ теләй: Аллаһты һәм башҡаларҙы яратығыҙ!

Айгиз Буранғолов фотоһы
(Һүрәттә Хозур тәбиғәтле ерҙә урынлашҡан Тимер ауылы. Тирә яғын мөһабәт тауҙар, текә ҡаялар уратҡан. Ауыл ситенән Ағиҙел йылғаһы ағып ята.)

Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Хоҙай был донъяны кешеләр өсөн яралтҡан
Автор:А.Буранғолов
Читайте нас: