Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
5 Ғинуар , 14:41

Батыр исеменә турнир үтә

Бөгөн Байназарҙа Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, Кавказдағы локаль бәрелештәрҙә ил именлеге өсөн батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Нурғәлин Филүс Мөбәрәк улының иҫтәлегенә арналған хоккей турниры үтә.

Батыр исеменә турнир үтә
Батыр исеменә турнир үтә

Мәктәптең элекке директоры Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улының инициативаһы менән 2017 йылдан уҙғарылып килгән был турнир,  киләсәк быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү менән бер рәттән, боҙ майҙансығында ҡурҡмай айҡашыр байтаҡ спортсмендар үҫеп сығыуға этәргес булды ла инде. Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей ярыштары Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагтарын мәктәптең алдынғылары Айназ Науразбаев менән Әлимә Мостафина күтәтеү менән башланып китте. Район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың турнир үткәрелеү айтҡанлы сығышынан һуң турнирға баш һалыусы Й. Ҡотлобаевҡа район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев Рәхмәт хаты тапшырҙы.  Сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы, йәштәр, спорт һәм ирекмәндәр эше буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллиндың, Ҡоролтайҙың йәштәр, спорт һәм ирекмәндәр эштәре буйынса комиссия ағзаһы Замир Нәҙирғол улы Ғәлиуллиндың ҡатнашыуы һәм матур уйындарға дәртләндереп әйҙәүе спортсмендарға сәм өҫтәне. Байназарҙар үҙҙәренең батырҙарын онотмай - Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә нисә йыл рәттән күсмә кубок өсөн хоккей ярыштары үткәрелә, 2004 йылдан Филүс Нурғәлин исемендәге класс булдырылған (әле был исемде ғорурлыҡ менән 9-сы "А" класы йөрөтә), батыр егеттең әсәһе, ауылдың әүҙем ағинәйе, "Милләт әсәһе" исемен хаҡлы рәүештә йөрөтөүсе ветеран Таңһылыу апай Нурғәлина алдынғы уҡыусыларға улы исемендәге премия биреп килә.

Батырҙарын иҫкә алғанда, онотмаһын мине лә Тыуған ил - фронтовик-шағир Мәлих Харистың үлемһеҙ юлдары бөгөн дә актуаль һәм урынлы. Бөрйәндәр был матур шиғыр юлдарын үҙҙәренең эш девизы итеп күптән алған да инде - Ватаныбыҙ именлеге һағына баҫҡандарҙы ла, илебеҙ өсөн төрлө яуҙарҙа баш һалғандарҙы ла онотмай. Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры иһә ҡыҙыу өҫтөндә.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: