-“Ағиҙел” лагеры балаларҙы ҡасан ҡабул итә башлай?
-Лагерҙың тәүге сменаһы 29 майҙан башлана. Икенсе смена - 20 июндән, өсөнсөһө 12 июлдән балаларҙы ҡабул итәсәк. 7 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалар 21 көн дауамында һаулыҡтарын нығыта ала. Бер сменаға 90 бала ҡабул ителә. Быйыл дөйөм 195 бала ял итер тип көтөлә.
-Лагерь ниндәй программа буйынса эшләйәсәк?
-“Йәйләү” программаһына ярашлы эшләйәсәк. Туған телде өйрәнеү бала күңелендә иң элек туған халҡына, уның теленә, ижадына, тарихына һөйөү орлоғо сәсеүҙән башлана. Балаға сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген аңлатыу, балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, уҡыусының һәр яҡлап һәләтен асыу өсөн йүнәлеш биреү, коллективта үҙеңде тотоу, сәмле ярыш, бәхәс алымдарына өйрәтеү һәр үткәрелгән сарала төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуйыла.
Өс аҙна эсендә был маҡсаттарҙы төрлө юлдар, алымдар менән тормошҡа ашырабыҙ. Был эштә беҙгә әҙерлекле тәрбиәселәр, вожатыйҙар, хеҙмәткәрҙәр, музыка белгестәре кәрәк.
Тулыраҡ материал гәзиттең 19-сы һанында.