Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы 29 майҙан старт ала. Шул көндән уҡыусылар өсөн “Ағиҙел” лагеры, мәктәптәрҙә хеҙмәт лагерҙары һәм көндөҙгө ял үҙәктәре асыласаҡ.
Быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн районға 4 миллион 867 мең 300 һум аҡса бүленде. Был сумма көндөҙгө ял үҙәктәрен, ҡала ситендәге лагерҙарҙы, балалар шифаханаларын һәм йыл әйләнәһенә эшләгән шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарын ойоштороу өсөн ҡаралған. Хеҙмәт һәм ял лагерҙарын ойоштороуға район бюджетынан 300 мең, палаткалы лагерҙар өсөн 256 мең 500 һум аҡса бүленде. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороуға 1 миллион 286 мең һум ҡаралған.
Әбделмәмбәт, Аҫҡар, Байназар, Яңы Собханғол, Ағиҙел, Иҫке Собханғол, Ырғыҙлы, Иҫке Монасип мәктәптәрендә йәйге хеҙмәт лагерҙары һәм көндөҙгө ял үҙәктәре асылыр тип көтөлә. Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Яңы Усман, Мораҙым, Баҙал мәктәптәрендә көндөҙгө ял үҙәктәре эшләйәсәк. Мәктәп яны лагерҙары быйыл 800 баланы ҡабул итәсәк.
Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ял иттереүгә һәм сәләмәтләндереүгә етди иғтибар биреләсәк. Шулай уҡ Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына республика лагерҙарында бушлай ял итеү мөмкинлеге бирелә.
Тулыраҡ материал гәзиттең 19-сы һанында.