Әлеге ваҡытта асфальт һалыу өсөн ер ҡаҙыу эштәре тамамланып, ҡырсынташ түшәлгән, бордюрҙар ҡуйылған. Спорт майҙансығында волейбол, футбол, баскетбол уйындары өсөн майҙан эшләү, 2 турник ҡуйыу, тротуар юл һалыу, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыу планлаштырыла.
Ошо уҡ программа буйынса киләһе йылда “Фурҡан” паркының биләмәһендә тротуар эшләү, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыу, балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары булдырыу, яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү, контейнерҙар ҡуйыу күҙаллана.
Эш башлаған осоронда уҡ республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда, тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә ҙур иғтибар биреү зарур, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, тип билдәләгәйне. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса һуңғы 5 йылда Башҡортостанда 7 млрд һумға 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, уларҙың 91 проценты – федераль бюджет иҫәбенә. Бөтә проекттар ҙа урындағы халыҡтың ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы менән тормошҡа ашырыла.