Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
21 Июнь , 15:52

Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк

Һүҙ Өфө-Инйәр-Белорет төбәк автомобиль юлы хаҡында бара. 

Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк
Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк

Был юл сәйәхәтселәр араһында бик популяр, шуға күрә юлды ремонтлауҙан тыш, күпер ҡоролмаларын да тәртипкә килтереү мөһим. Күперҙәрҙә барьерлы һәм периль ҡоймалар ҡуйыу планлаштырыла. Былтыр унда әҙерлек эштәре үткәрелде. Бер объекттың оҙонлоғо 41,2 метр, икенсеһенең оҙонлоғо 107,2 метр. Ремонт график буйынса бара, эштәр йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

Юҡҡамы ни республика башлығы Р. Хәбиров һәр кәңәшмәлә юлдарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлә.

Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк
Быйыл Белорет районында ике күпер тәртипкә килтереләсәк
Автор:
Читайте нас: