Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
15 Февраль , 14:00

Башҡортостанда юлдар яңыртыла

Быға 770 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.

Белгестәр быйыл Башҡортостан Республикаһында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (нацпроект “Безопасные качественные дороги”) буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 38 саҡрым төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы ремонтлаясаҡ. Был 2023 йылға ҡарағанда алты километрға күберәк, тип хәбәр иттеләр төбәктең Транспорт министрлығында.

Төҙөүселәр 14 участканың торошон яҡшыртырға тейеш. Улар апрель–май айҙарында уңайлы һауа шарттарында эшләй башлаясаҡ. Благовещен — Павловка, Өфө — Шишмә, Дим — Затон, Өфө — Охлебинин, Дмитриевка — Кушнаренко, Подлесное — Талалаевка — Оло Ҡуғанаҡ һәм башҡа трассаларҙы ремонтларға ниәтләйҙәр. Был объекттар Өфө менән төбәк райондары араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә, шулай уҡ ҙур тораҡ пункттарҙы тоташтыра. Улар 2024 йылдың аҙағына тиклем яңыртыласаҡ. Был юл участкаларын ремонтлауға 770 миллион һумдан ашыу йүнәлтеләсәк.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты илдең юлдарын уңайлы һәм хәүефһеҙ итергә тейеш. Милли проекттың төп маҡсаты — 2030 йылға юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметеү: 100 мең кешегә - дүрт кеше. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-02-15/bash-ortostanda-yuldar-ya-yrtyla-3644750 

Башҡортостанда юлдар яңыртыла
Башҡортостанда юлдар яңыртыла
Автор:
Читайте нас: