Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
3 Ноябрь 2023, 23:23

Бөрйәндә күпер асылды!

Бөгөн Бөрйән районында Иҫке Монасип һәм Яңы Монасип ауылдарын тоташтырыусы өр-яңы күпер асылды. Ҙур тантананан биләүҙәге балаларҙан алып, таяҡҡа таянған ололарға тиклем ситтә ҡалманы. Сөнки ул ике ауыл өсөн генә түгел, барлыҡ район халҡы өсөн бик әһәмиәтле һәм иҫтәлекле ваҡиға.

Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!

Монасиптарҙың шатлығын уртаҡлашырға мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы һәм транспорт министры Александр Клебанов, "Газгеология Өфө" ЯСЙ генераль директор урынбаҫары Левон Аракелян, БР юл хужалығы Идаралығы етәксеһе Артем Шамхалов, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов килгәйне.

Район хакимиәте башлығы барыһын да шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, төҙөүселәргә маҡтау грамоталары тапшырҙы. "Газгеология Өфө" ЯСЙ генераль директоры урынбаҫары Л.И.Аракелян төҙөлөш барышында ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл халҡына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе һәм балалар баҡсаһына төҫлө принтер, ауыл хакимиәте биләмәһенә компьютер, ауыл мәсетенә бойлер, мәҙәниәт йортона ноутбук бүләк итте.

Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ла яуапһыҙ ҡалманы, ҡунаҡтарға үҙҙәре бәйләгән ойоҡбаштар бүләк иттеләр.

Ауыл халҡы республика башлығына ҙур рәхмәтле. "Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иткәс, ул беҙҙең үтенескә битараф ҡалманы, тейешле сараһын күрҙе һәм, ниһайәт, беҙ яңы күперле булдыҡ. Был беҙҙең өсөн ҙур бәхет һәм шатлыҡ!  Республика башлығының эшендә уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ," - ти улар ҡыуаныстары менән уртаҡлашып.

Күперҙе төҙөү 2016 йылда уҡ башланып киткәйне. 2018 йылда Радий Хәбиров төҙөлөштөң бик оҙаҡ барыуын тәнҡитләп, был эште хәл итергә ҡуша. Республика башлығы урында күсмә кәңәшмә үткәрә һәм унда күпергә ҡабаттан экспертиза үткәреп, икенсе подрядсыға тапшырыу ҡарар ителә.

Оҙонлоғо 149,35 м., киңлеге - 8 м., ике яҡтан да йәйәүлеләр өсөн 1-әр метр киңлегендә тротуар булған күпер республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә төҙөлөп сафҡа инде.

Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!
Бөрйәндә күпер асылды!
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: