

Сара «Экологик именлек» милли проектына ярҙам итеү маҡсатында ойошторола һәм законһыҙ ҡырҡыуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм туҡтатыуға, шулай уҡ ғәйепле кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән.
Операция дәүләт урман инспекторҙары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, башҡарма ведомстволар һәм йәмәғәт урман инспекторҙары менән тығыҙ бәйләнештә үтәсәк.
Акция осоронда дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа, урман массивтарынан сығыу урындарында һәм хәүефле урман участкаларында тәүлек әйләнәһенә патруллек итеү ойоштороласаҡ. Мобиль төркөмдәр ағас әҙерләүҙең һәм ташыуҙың законлылығын, шулай уҡ урман ҡулланыусыларҙың тейешле рөхсәт документтары булыуын тикшерәсәк.
Башҡортостан урман хужалығы министрлығы урман ултыртыуҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ (Рф Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы) һәм енәйәт яуаплылығы (РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы) ҡаралғанын иҫкә төшөрә. Ҡағиҙә боҙоусылар шулай уҡ урман фондына килтерелгән зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы.