Тәбиғәт
7 Августа , 11:53

Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде

Бөгөн Байназарҙа Ағиҙел йылғаһына 3 меңдән ашыу уҡбалыҡ селбәрәләре ебәрелде. Сарала Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе  Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин  ҡатнашты. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһының башланғысы менән старт алған экологик акцияға ярашлы, быйыл тәүгеләрҙән булып Белорет районының Ҡағы ауылында һәм Байназарҙа Ағиҙелгә 11 меңгә яҡын балыҡ селбәрәләре ебәрелде.

Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелдеАғиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде

Сараға ауыл халҡы бик дәррәү йыйылды. Бигерәк тә малайҙар балыҡтарҙы Ағиҙелгә ебәреүҙә әүҙемлек күрһәтте.

-Уҡбалыҡ элек Ағиҙелдә күп булған, тик хәҙер ни сәбәп менәндер юҡҡа сыҡҡан. Тәбиғәттең үҙ закондары - әгәр ҙә ниндәйҙер балыҡ төрө юҡҡа сыға икән, был йылғаға ниндәйҙер кимәлдә зыян килә тигән һүҙ.

Быға хәтлем балыҡ ебәреү республикала булманы. Шуға “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе булараҡ ошо эште башлап ебәрергә тәҡдим иттем һәм ул хуплау тапты. Тәбиғәт ресурстарын тулыландырыу маҡсатында 2024 йылда Йылайыр һыуһаҡлағысында 4 мең тирәһе, Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында 37 мең селбәрә ебәрҙек. Уҙған йылда Граф күленә 22 мең, Бөрөлә Ағиҙел йылғаһына 23 мең балыҡ ебәрелде. Дөйөм алғанда әлеге балыҡ ебәреү экологик акцияның бишенсеһе. Быға тиклем ебәргән балыҡтар үрсегән, хәҙер хатта ҡармаҡлай ҙа башлағандар. Байназарҙа ебәрелгән уҡбалыҡтар ҙа үрсеп китер тип уйлайым, сөнки беҙ селбәрә ебәрер алдынан экологтар менән һөйләшәбеҙ, улар килеп тикшереү үткәрәләр, шунан ғына ҡарар ҡабул ителә. Артабан да республикала был экологик акция дауам итәсәк - тиҙҙән Ҡыҙыл йылғаһына һәм Сибай яғында йылғаға балыҡтар ебәрергә уйлайбыҙ, - тине Зариф Зәкир улы.

Акция тураһында район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы:

-Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, тирә-яҡты йәшелләндереү йәһәтенән районда йыл әйләнәһенә төрлө саралар, акциялар ойошторола. Бөгөнгө экологик акция ла бик мөһим һәм әһәмиәтле. Ул Ағиҙел йылғаһын балыҡтар менән яһалма байытыу маҡсатында үтә. Уҡбалыҡтар ҡыҙыл китапҡа ингән. Улар беҙҙә ерегеп, үрсеп китер тигән өмөттәбеҙ, - тине.

Йылғаға балыҡтар ебәргәндән һуң депутат ауыл халҡы менән аралашты. Халыҡ етәкселеккә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Улар араһында дауахананың эшмәкәрлеген тергеҙеү, балалар баҡсаһын дауахана бинаһына күсереү, аҫмалы күперҙе ремонтлау кеүек мөрәжәғәттәр булды.

Артабан Зариф Зәкир улы район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы, ауыл биләмәһе башлығы Нуриман Нуритдин улы менән берлектә йәмәғәт объекттарын йөрөп ҡараны, унда эшләүселәр менән аралашты.

Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Ағиҙел йылғаһына балыҡтар ебәрелде
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас