Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
3 Апрель , 09:12

Республикала йәшәүселәр ташҡынды онлайн режимда күҙәтә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр «Ташҡын 2.0» гидрологик хәүефтәрҙе мониторинглау, прогнозлау һәм анализлау системаһы ярҙамында ташҡынды онлайн режимында күҙәтә ала. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг барышында белдерелде.

Республикала йәшәүселәр ташҡынды онлайн режимда күҙәтә ала
Республикала йәшәүселәр ташҡынды онлайн режимда күҙәтә ала

«Ташҡын 2.0» системаһы республика йылғаларында - 54 һәм һыу һаҡлағыстарҙа 3 контроллек итеү нөктәһен үҙ эсенә ала. Был ғәмәлдәге хәлде реаль ваҡыт режимында күҙәтеп барыуҙан тыш, 14 көнгә һыу кимәленең тирбәлеү прогнозын төҙөргә мөмкинлек бирә.

Системаны республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында ҡарарға мөмкин.

Гидромониторинг мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта Дәүләкән районында Өршәк йылғаһында һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-02/zhiteli-bashkirii-mogut-otslezhivat-pavodok-v-rezhime-onlayn-3711584  

Автор:
Читайте нас: