Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
16 Ғинуар , 14:25

Ҡыштан да йәм табайыҡ

Эшкә китәһең – ҡараңғы, эштән ҡайтаһың – ҡараңғы. Тышта йә сатлама һыуыҡ, йә болоҡһоу, күктән бер туҡтауһыҙ ҡар яуа. Берсә өшөтә, берсә ҡат-ҡат кейенеүҙән тирләтә. Кәйеф булмауын, йыш ауырыуҙы, тиренең, сәстәрҙең боҙолоуын да иҫәпкә алһаң, ысынлап та, ҡыш ялҡыта. Һыуыҡтар ноябрҙән башланып март аҙағынаса дауам итә. Тик ҡыштан баш тартып булмай. Шулай ҙа был миҙгелде лә еңелерәк үткәреп ебәрергә мөмкин.

Ҡыштан да йәм табайыҡ
Ҡыштан да йәм табайыҡ

D витаминын ҡабул итегеҙ. Ҡояш – был витаминдың төп сығанағы. Шуға күрә, болотло ваҡытта кеше уның етмәүен тоя, һөҙөмтәлә – арыу һәм насар кәйеф. D витаминына аҡ май, сыр һәм башҡа һөт аҙыҡтары, йомортҡа һарыһы, балыҡ майы, ыуылдырыҡ, кесерткән, петрушка һәм бәшмәктәр бай.

Зарядка яһағыҙ. Уяныу менән тормаған килеш үк яңы көнгә йылмайығыҙ, тәмле итеп кирелегеҙ. Бүлмәгеҙҙе елләтеп алғандан һуң, ун минут ҡына булһа ла күнекмәләр яһағыҙ.

Душ ҡабул итегеҙ. Күптәр һалҡын душ инеүҙе файҙалы тип иҫәпләй, әммә был бигүк дөрөҫ түгел. Эҫе душ һеҙҙе тиҙерәк уятасаҡ һәм организмығыҙҙың эшен әүҙемләштерәсәк.

Яңы шөғөл табығыҙ. Яңы эш һәр ваҡыт депрессиянан ҡотҡара. Автомобиль йөрөтөү, сит телде өйрәнеү курстарына яҙылығыҙ, фитнес-клубта, бейеү йәки йөҙөү менән шөғөлләнегеҙ. Унда яңы кешеләр менән танышасаҡһығыҙ, яңы тәьҫораттар һәм энергия аласаҡһығыҙ.

Йәйәү күберәк йөрөгөҙ. Саф һауа һәм күнекмәләр ҡан әйләнешен яҡшырта, нервыларҙы көйләй. Бынан тыш, йәйәү йөрөү тынысландыра һәм кәйефте лә күтәрә.

Музыка тыңлағыҙ. Берәй күңелле генә көй йәки үҙегеҙгә оҡшаған музыка ауыр уйҙарҙан арынырға ярҙам итер.

“Башҡортостан календары” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: