«Был беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк осрай торған күренеш. Башҡортостанда айыу балаһы - альбиносты тәүге тапҡыр видеоға төшөрөп булды, тиһәм, моғайын, яңылышмаҫмын. Милли паркта инде тәүге тапҡыр. Билдәле булыуынса, альбинос хайуандарҙың танауы алһыу төҫтә булырға тейеш. Ә беҙҙең Умканың танауы ҡара. Ни өсөн шулай, әйтеүе ҡыйын. Ләкин беҙ уның ата-әсәһенең ғәҙәти көрән төҫтә булыуына ышанабыҙ. Аҡ төҫтәге ҙур айыуҙы беҙ һис шикһеҙ күрер инек», - тине «Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2000-гә яҡын айыу йәшәй. «Башҡортостан» милли паркында һоро айыуҙың тығыҙлығы Башҡортостан буйынса иң юғары тип иҫәпләнә. Быға яҡшы мал аҙығы базаһы һәм һунар тыйылған айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе статусы сәбәпсе булыуы ихтимал.
«Башҡортостан» милли паркының матбуғат хеҙмәте