26 марттан 09 апрелгә тиклем далалағы йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе көтөлә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы тарафынан Өфө биләмәһен һыу баҫыу моделдәре әҙерләнгән.
Әлеге ваҡытта йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе янамай. Көн һайын йылғаларҙағы һыу кимәленә мониторинг алып барыла. Тейешле саралар комплексы үткәрелә.
Ташҡын эҙемтәләрен кәметеү маҡсатында граждандарға йорт алды биләмәләренән ҡарҙы ваҡытында таҙартырға, каналдарҙы, һыу ағыҙғыс һәм һыу үткәреү торбаларын таҙартырға, сүп-сарҙы ҡойма тышына һалмаҫҡа һәм ҡар һыуҙарының тәбиғи ағым юлдарын бысратмаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Подвал, мөгәрәптәрҙәге ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып ҡуйырға.
Эвакуация осрағында иң кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе: документтар, аҡса, кейем-һалым, бәҙрәф кәрәк-яраҡтарын һәм кәрәкле медикаменттарҙы әҙерләгеҙ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы