Бөтә яңылыҡтар
Тәбиғәт
19 Сентябрь 2022, 12:36

24 сентябрҙә республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһының көҙгө этабы 2022 йылдың 24 сентябренән 8 октябренә тиклем дауам итә. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙеләр.

24 сентябрҙә республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана
24 сентябрҙә республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы башлана

Был көндәрҙә йәмәғәт һәм ихата биләмәләрендә 14 мең ағас-эре ағастар, 47 мең ҡыуаҡлыҡ һәм башҡа йәшел үҫентеләр ултыртыласаҡ, шулай уҡ 2,5 меңдән ашыу ағас алмаштырыласаҡ.

- Өфөнөң ыңғай тәжрибәһен айырым билдәләп үтәм. Өфө ҡалаһы Хакимиәте махсус сайт булдырҙы, унда ағас ултыртыу көнө һәм аллеяның ҡайҙа урынлашыуы тураһында халыҡҡа мәғлүмәт биреләсәк. Өфөләрҙән 500-ҙән ашыу ғариза килде лә инде, - тип хәбәр итте төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, урмансылар көҙгөһөн ағас ултыртыуға тотонған да инде.

- 15 сентябрҙә беҙ «Урманды һаҡлайыҡ» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылдыҡ. 60 мең үҫенте ултыртылды, - тип аңлатты Марат Шәрәфетдинов.

- «Хәтер баҡсаһы» яҙғы кампанияһы ла әүҙем эшләне. Беҙҙең республиканы ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса иң күләмлеһе тип билдәләнеләр. Федераль кимәлдә йомғаҡ яһауҙарын көтәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарына «Йәшел Башҡортостан» акцияһы өсөн үҫентеләрҙе ентекле һайларға ҡушты.

- Шишмә районында «Патриот» паркы акцияның төп майҙансығы булырға тейеш. Йүкә аллеяһы унда ерегеп киткән һәм һоҡланғыс күренә. Эргәһендә - алмағас үҫентеләре менән Шишмә емеш питомнигы. «Патриот» паркында - ҙур биләмә, бер нисә йыл эсендә унда ҡеүәтле йәшел ҡалҡан булдырырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров.

- Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Юҡ-бар менән шөғөлләнмәгеҙ һәм метрға тиклемге үҫентеләр ултыртмағыҙ. Был мәғәнәһеҙ - улар үҫмәй, ҡар аҫтында ватыла. Һеҙ акцияға бик күп кешеләрҙе йәлеп итәһегеҙ, ә файҙа юҡ. Уларҙы аҙыраҡ ултыртығыҙ, әммә яҡшыраҡ.

Республика етәксеһе Өфөгә һәм Нефтекамаға тиңләшергә тәҡдим итте.

Сайт Главы РБ

Автор:
Читайте нас: