Яҡташыбыҙ, республиканың милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге директоры Илнар Салауатов ошо ярыштарҙы ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәтһә, Яңы Собханғол ауылынан Динислам Кинйәбаев мас-рестлинг буйынса 60 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында 1-се урын алды. Шулай уҡ Динислам ауҙарыш, йәғни ат өҫтөндә көрәш буйынса 55 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында 1-се урынға, Илдан Салауатов 40 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында 3-сө урынға сыҡты.
“Тәңкә алыу” уйынында Фазыл Кинйәбаев - 2-се, Айнур Бейембәтов 3-сө урындарҙы яуланы. Афарин!