Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ғинуар 2025, 10:26

«Беҙ бергә. Спорт»

6 февралдән 16-на тиклем Башҡортостанда Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса инвалидтарҙың һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һаңғырауҙар араһында I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтәсәк. Ярыштар сиктәрендә Башҡортостанға Рәсәйҙең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу ҡатнашыусы киләсәк.

«Беҙ бергә. Спорт»
«Беҙ бергә. Спорт»

Спартакиада "Беҙ бергә. Спорт" Рәсәй Федерацияһында һаңғырауҙар спорты спорт төрөнөң ҡышҡы дисциплиналарын үҫтереү һәм популярлаштырыу, Рәсәйҙең иң көслө спортсыларының физик әҙерлек кимәлен һәм оҫталығын камиллаштырыу, шулай уҡ халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ситләтеү шарттарында рәсәй спортсыларының ярыштар эшмәкәрлеген тәьмин итеү маҡсатында үткәрелә.

Өфөнөң спорт объекттарында һәм «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге битләүҙәрендә һаңғырауҙар спортының сурдлимпия дисциплиналары, атап әйткәндә, тау саңғыһы спорты, керлинг, саңғы ярыштары, сноуборд, хоккей, футзал һәм шахмат буйынса ярыштар үтәсәк.

Сурдлимпиясыларҙың Ҡышҡы уйындарын асыу тантанаһы 8 февралдә «Өфө-Арена»ла уҙасаҡ, ә ябыу 16 февралдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк.

- Башҡортостан республикаһы ҙур халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ярыштарын үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә, шулай уҡ заманса спорт һәм уға бәйле инфраструктура менән тәьмин ителгән. Сурдлимпиясыларҙың Алдағы ҡышҡы уйындары "Беҙ бергә. Спорт" берҙәмлек, ғәҙел һәм тиң спорт идеяларын һәм ҡиммәттәрен алға этәреүҙә бөтә спорт берләшмәһе өсөн сағыу һәм күләмле спорт сараһы, стимул һәм өлгө булып торасаҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.

Молодёжная газета

Автор:
Читайте нас