Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь , 22:35

Балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде

Өфөлә Көрәш һарайы майҙансыҡтарының береһендә балалар-үҫмерҙәр спортында спорт әҙерлеге системаһын тикшереү өсөн власть органдары һәм спорт берләшмәһе вәкилдәре, йәмәғәтселәр, журналистар, федераль һәм төбәк спикерҙары йыйылды.

Федераль маҡсатлы үҫеш үҙәгенең спорт әҙерлеген методик яҡтан тәьмин итеү үҙәге етәксеһе Игорь Чен-Юн-тай был мәсьәләне комплекслы хәл итеү кәрәклеген билдәләне.

Рәсәй Спорт министрлығының Юғары ҡаҙаныштар спорты департаменты директоры Алексей Дроздов илдә спорт резервын әҙерләү системаһы тураһында һөйләне. 

- Бөгөн беҙ бөтә яҡтан да спорт резервын әҙерләү системаһын ҡарарға тейешбеҙ, - тип билдәләне Алексей Дроздов.

Атап әйткәндә, спорт резервын әҙерләү системаһы эшен контролдә тотоу буйынса инструмент булдырыу, яңы һөҙөмтәле методикалар һәм һанлы технологиялар әҙерләү һәм индереү, спорт объекттарында матди-техник базаны яҡшыртыу һәм башҡа алымдар хаҡында һүҙ барҙы.

Мәғариф системаһында спорт әҙерлеге системаһы тураһында Рәсәй Мәғариф министрлығының Физик тәрбиәне ойоштороу-методик тәьмин итеү федераль үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Андрей Фатеев һөйләне.

- Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирә, - тип билдәләне Андрей Фатеев. - Ведомство балаларҙың физик үҫешенә һәм сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән даими дәрестәр ойоштороуҙы тәьмин итә.

Үҙәк етәксеһе шулай уҡ тигеҙ шарттар булдырыу, спорт мәктәптәре өсөн берҙәм эш ҡағиҙәләрен индереү, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеүсе бөтә балаларҙы берләштергән берҙәм спорт белем биреү киңлеген булдырыу кәрәклегенә иғтибар итте.

Стратегик сессия барышында спорт әҙерлеге системаһын норматив-хоҡуҡи көйләүгә, бөтә балалар өсөн өҫтәмә белем биреү программаларының асыҡлығына ҡағылышлы һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде, ә эшлекле сарала ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды.

Рәсәй Спорт министрлығының Юғары ҡаҙаныштар спорты департаменты директоры Алексей Дроздов илдә спорт резервын әҙерләү системаһы тураһында һөйләне. Ул Рәсәй төбәктәренә был өлкәләге оло эште башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн беҙ бөтә яҡтан да спорт резервын әҙерләү системаһын ҡарарға тейешбеҙ, - тип билдәләне Алексей Дроздов.

Атап әйткәндә, спорт резервын әҙерләү системаһы эшен контролдә тотоу буйынса инструмент булдырыу, яңы һөҙөмтәле методикалар һәм һанлы технологиялар әҙерләү һәм индереү, спорт объекттарында матди-техник базаны яҡшыртыу һәм башҡа алымдар хаҡында һүҙ барҙы.

Мәғариф системаһында спорт әҙерлеге системаһы тураһында Рәсәй Мәғариф министрлығының Физик тәрбиәне ойоштороу-методик тәьмин итеү федераль үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Андрей Фатеев һөйләне.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирә, - тип билдәләне Андрей Фатеев. - Ведомство балаларҙың физик үҫешенә һәм сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән даими дәрестәр ойоштороуҙы тәьмин итә.

Үҙәк етәксеһе шулай уҡ тигеҙ шарттар булдырыу, спорт мәктәптәре өсөн берҙәм эш ҡағиҙәләрен индереү, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеүсе бөтә балаларҙы берләштергән берҙәм спорт белем биреү киңлеген булдырыу кәрәклегенә иғтибар итте.

Рита Ишниязова фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/0905/2024-10-18/balalar-m-mer-r-sportyn-tere-m-s-l-l-re-araldy-3974185

 

 

Балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде
Балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде
Автор:
Читайте нас: