Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь , 19:50

Дини йәмәғәтселек менән бергә алып барылырға тейеш

"Рәсәй- спорт державаһы халыҡ-ара спорт форумында Өфөнөң Көрәш һарайында  Патриархтың физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса  комиссияһы ҡатнашлығында  “Дәүләт, дини һәм йәмәғәт ойошмаларының физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса үҙ-ара  хеҙмәттәшлек итеүе” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды.    

Өфөлә  “Рәсәй – спорт державаһы”   XII халыҡ-ара спорт форумы дауам итә. Бөгөн  спорт үҙәктәрендә “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференциялар, презентациялар, мәҙәни һәм спорт саралары үтте.

Өфөнөң Көрәш һарайында  Патриархтың физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса  комиссияһы ҡатнашлығында  “Дәүләт, дини һәм йәмәғәт ойошмаларының физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса үҙ-ара  хеҙмәттәшлек итеүе” темаһына арналған “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Унда дини конфессиялар, власть органдары, спорт йәмәғәтселеге  вәкилдәре,  федераль һәм төбәк спикерҙары йыйылды. Сарала спортты үҫтереүгә  дини конфессияларҙы йәлеп итеү тураһында һүҙ барҙы.

 Спорт өлкәһендә дәүләт көйләүе департаменты директоры Людмила  Сараева белдереүенсә, спорт – йәмғиәттәге дөрөҫ ҡимәттәрҙе аңға һеңдереүсе шөғөл.  Дәүләттән дин айырылһа ла,  ул мәҙәниәт -ара бәйләнеште булдырыусы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүсе күпер булып тора. “Спортты үҫтереүҙә дини конфессияларҙы йәлеп итеү беҙҙең дөйөм эште тулыландыра ҡына” , -тине ул.

Бөтә традицион диндәрҙән физик культураны үҫтереү йүнәлешендәге эшкә Рус православие сиркәүе ҡушылған. Мурманск митрополиты  Митрофандың әйтеүенсә, дин спортты һәр яҡлап та күтәрергә әҙер. Сөнки спорт дини, милләт-ара татыулыҡҡа ла нигеҙ һала, берләштерә лә.  Илдә “Изге кнәз Александр Невский” Бөтә Рәсәй спорт уйындары  ойошторола башлауын ул матур проект тип билдәләне һәм был башланғыс киләсәктә лә дауам итер, тигән өмөтөн белдерҙе.

 РФ Дәүләт Думаһының Спорт буйынса комитеты рәйесе Олег Матицын “түңәрәк өҫтәл”дәге сығышында бик фәһемле һәм урынлы фекереҙәрен еткерҙе.

-Бөгөн Рәсәйҙе биләмәләргә, конфессияларға, милләттәргә бүлеп тә, төрлөсә тарҡатырға теләйҙәр. Беҙҙең илгә ҡарата мәғлүмәти баҫым яһала. Спорт ул беҙҙе берләштерә, тарҡалырға ирек бирмәй. Закондар сығарып ҡына йәмғиәттәге кире күренештәрҙе туҡтата алмайбыҙ. Шуға ла дәүләтәбеҙҙе әхлаҡи яҡтан һауыҡтырыу эшендә, спортты пропагандалауҙа дини конфессияларҙы ла күрергә теләйбеҙ”, – тине ул.

Кешегә йәнен генә түгел, тәнен дә һау тотоу бурыс.

БР Үҙәк Диниә назаратынан Мөхәммәт Тажетдин мосолман мәхәлләләре һәм мөхтәсибиәттәренең спорт сараларын ойоштороуҙа хеҙмәттәшлеге, үҙҙәренең проекттары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, назарат Башҡортостанда спортты үҫтереүҙә ситтә ҡалмай, даими конфессия-ара спорт турнирҙары үткәрә, лагерҙар ойоштора. Бындай саралар дини татыулыҡ булдырыуға лә сәбәп булып тора. Ул сығышында дини ойошмаларҙа спорты үҫтерергә кәрәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы етәксеһе , митрополит Владыка Никон  республикала Диниә назараты менән митрополияның спортты үҫтереүҙә әүҙем эшләүен билдәләне. Дини ойошмаларҙа хатта спорт һәм хәрби-патриотик тәрбиә биреү бүлектәре лә булдырылған, епархияларҙа спорт клубтары эшләй. “Спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙе мәктәп йәшендәге балаларҙан башларға кәрәк. Беҙ әлегә барыһын да үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ. Дини йәмәғәтселектең спортты үҫтереүгә йәлеп ителеүен закондар  менән нығытырға кәрәк”, – тине ул.

БР Мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин мосолман йәштәрен спорт менән шөғөлләнеүгә йлеп итеү, урындағы мөхтәсибиәттәрҙә  спорт сараларын ойоштороу тәжрибәһе, төрлө дини конфессия вәкиләдәренең сәләмәт йәшәү рәүешен күрһәткән спорт  сараларында ҡатнашыуы тураһында һөйләне.

  Илебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә, кеше аңын томалаған кире күренештәр таралғанда йәмғиәттә дини йәмәғәтселектең роле ҙур. Быны БР Башлығы ҡарамағындағы  Дәүләт-конфессиаль мөнәсәбәттәр буйынса совет  рәйесе Азат Фәттәхов та үҙенең сығышында дәлилләне. Физкультура һәм спорттың конфессия-ара дуҫлыҡтың айырылғыһыҙ өлөшө булыуын әйтеп, аныҡ һандар һәм миҫалдар килтереп,республикала был йәһәттән диндарҙарҙың күп эш башҡарыуын әйтеп үтте.

Физик тән сәләмәтлеге, спорт һәм рухи ҡиммәттәр бер-береһен тулыландыра.  Илдәге спорт йүнәлешендәге бурыстар дини йәмәғәтселектең ҡатнашлығында ла алып барылырға тейеш, тигән фекергә килде “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар.

Дини йәмәғәтселек менән бергә алып барылырға тейеш
Дини йәмәғәтселек менән бергә алып барылырға тейеш
Автор:
Читайте нас: