Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь , 20:10

Бранко Равнак оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе

Словениянан Дайвер-инвалидтар халыҡ-ара ассоциацияһы президенты Бранко Равнак һыу аҫтында йөҙә, тын ала, ғөмүмән, үҙеңде тота белеү серҙәренә өйрәтте.

Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә “Рәсәй – спорт иле” форумы сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандарына һәм паралимпиясыларға парадайвинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Словениянан Дайвер-инвалидтар халыҡ-ара ассоциацияһы президенты Бранко Равнак һыу аҫтында йөҙә, тын ала, ғөмүмән, үҙеңде тота белеү серҙәренә өйрәтте.

- Һыу һәммәһенә лә әсә ҡарынындағы кеүек хәлгә кире ҡайтарыу һәләтенә эйә. Йөҙөү өсөн иһә көс һалырға, һәр күҙәнәгебеҙгә баҫым яһаған гидростатик баҫымды еңеп сығырға кәрәк. Һөҙөмтәлә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр үҙ тәне менән яҡшыраҡ идара ала, координация тергеҙелә, тән мускулдары нығына, - тип һөйләне Бранко Равнак.

Әйткәндәй, Башҡортостан спорт тармағындағы ҡаҙаныштары менән дан тота. Республикабыҙҙың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларының ҡаҙаныштары иһә тотош донъяға билдәле. Рима Баталова – еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, 36 тапҡыр донъя чемпионы. Ул алты тапҡыр рәттән Паралимпия уйындарында ҡатнашҡан. Рима Баталова – тере легенда. Ул – үҫеп килгән быуындар өсөн миҫал.

Словениянан килгән белгес әйтеүенсә, Словенияла бындай ҙур масштаблы объекттар юҡ. Беҙҙәге спорт комплексында иһә парадайвинг менән шөғөлләнеү, ярышыу мөмкинлектәре бар.

Әйткәндәй, Республикабыҙ спорт ҡоролмалары һаны буйынса Рәсәйҙә лидерҙар иҫәбендә  барлығы – 13,3 мең объект бар. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса рейтингта, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенә ҡала, өсөнсө урындабыҙ. Һуңғы биш йылда ғына 1,4 мең урам майҙансығы, стадион, спорт залы, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге һәм башҡалар сафҡа индерелде. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә ябыҡ футбол манежы, өс физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Октябрьский ҡалаһында боҙ аренаһы, Хәйбулла районында бассейн, “Газпром – балаларға” проектына ярашлы Өфөләге Өлфәт Мостафин исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге – барыһы ла көтөп алынған спорт объекттары ине. Тағы Гимнастика үҙәге, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге асылды һәм күптәргә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге асылды. “Өфө-Арена”, Спорт һарайы, “Динамо” стадионы, С. Елистратов исемендәге Шорт-трек үҙәге һәм башҡа объектар ҙа халыҡ яратып йөрөгән урынға әүерелде.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Автор:Айһылыу Низамова

https://bashgazet.ru/articles/0905/2024-10-18/branko-ravnak-o-taly-d-rest-re-tk-r-e-3974002?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

 

 

Бранко Равнак оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе
Бранко Равнак оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе
Автор:
Читайте нас: