Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Август , 16:45

Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында

Һуңғы йылдарҙа балаларҙың һәм йәштәрҙең спорт менән ҡыҙыҡһыныуын арттырыу һәм һәләтле спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. Республикала 141 спорт төрө, шул иҫәптән 34 төп спорт төрө үҫешә. 133 физкультура-спорт йүнәлешендәге йәмәғәт берекмәләре теркәлгән.

Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында
Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында

“Башҡортостандың спорт мәктәбе” программаһы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә булышлыҡ иткән мөһим программаларҙың береһе. Ул 6-18 йәшлек балаларға махсус учреждениеларҙа спорт эшмәкәрлеге төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.

Республикала балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүҙең мөһим аспекты булып һәләтле спортсыларға ярҙам итеү тора. Төбәктә бик күп спорт академиялары һәм үҙәктәре булдырылған, унда йәш спортсылар профессиональ белем ала һәм тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә күнекмә яһай ала.

Районда балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 5 тренер-уҡытыусы эшләй. Уларҙың өсәүһе юғары категориялы, ике уҡытыусы беренсе категорияға эйә. 6 спорт төрө буйынса түңәрәктәр ойошторолған. Волейбол, мини-футбол, саңғы, милли көрәш, грек-рим көрәше, ирекле көрәш буйынса 10 төркөм булдырылған, уларҙа бөтәһе 236 бала шөғөлләнә.

Районда балалар һәм йәштәр өсөн күмәк спорт саралары һәм ярыштар үткәрелә. Бындай саралар балаларға спорт һәләттәрен күрһәтергә, ярыштарҙа тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә. Үткән уҡыу йылында спорт мәктәбе 26-сы уҡыусылар спартакиадаһын үткәргән. Уның эсендә 15 спорт төрө буйынса 21 район ярыштары уҙғарылған. Спорт мәктәбе уҡыусылары 7 зона һәм 7 финал ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районы республиканың 54 районы араһында 4-се урынға сыҡҡан.

Бынан тыш, спорт мәктәбе йыл да районда үткәрелгән ҙур масштаблы спорт ярыштарын ойоштороуҙа ҡатнаша.

Спорт мәктәбе уҡытыусыһы Артур Ямғурсин 6 йыл дауамында балаларға милли көрәш, грек-рим көрәше буйынса күнекмәләр үткәрә.

-Балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу һәм йәштәр араһында физик әүҙемлекте үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар спорт менән шөғөлләнгәндә физик яҡтан ғына үҫешеп ҡалмай, лидерлыҡ сифаттарын да, дисциплинаны ла, команда рухын да тәрбиәләй. Һәр бала спорт менән шөғөлләнһен һәм спорт карьераһында юғары үрҙәргә өлгәшә алһын өсөн шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Балаларҙы бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө инвентарҙәр кәрәк. Былтыр күнекмәләр өсөн манекен алынды. Ярыштарҙы күберәк үткәреү өсөн мөмкинлектәр булһа, бигерәк яҡшы. Ситтә үткән ярыштарға барыуға транспорт бирелә, әммә ҡайһы бер ярыштарға әҙерләнгән балаларҙы ла алып барыу мөмкинлеге булмай китә. Ҡайһы саҡ ата-әсәйҙәр ярҙамға килә. Республикала тормошҡа ашырылған ярҙам итеү программалары район спорт мәктәбендә лә әүҙем эшләүен дауам итер, тип ышанабыҙ, - тине тренер.

Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында
Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында
Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында
Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында
Район спорт мәктәбе республикала 4-се урында
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: