Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Июль , 15:28

Тренерҙарға ярҙам программаһы уңышлы эшләй

Һуңғы йылдарҙа республикала спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға иғтибар ныҡ артты. Хәҙерге гаджет-телефондар киң популярлыҡ алған заманда, йәштәрҙе, балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу күп көс талап итә. Шуға ла спорт өлкәһендә эшләүсе тренерҙарҙың эшен ҡеүәтләү маҡсатында “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде.

Тренерҙарға ярҙам программаһы уңышлы эшләй
Тренерҙарға ярҙам программаһы уңышлы эшләй

Был проект республикала 2020 йылда Башҡор­тостан башлығы Радий Хәбиров­тың башланғысына ярашлы ғәмәл­гә инде һәм Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм уҡытыусыларына ярҙам проектын уңышлы тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды.

Программа буйынса тренерҙарға торлаҡ (өй йәки фатир) өсөн ер биләмәһе һатып алыуға, йорт төҙөүгә, автомобиль транспортын һатып алыуға, белем алыуға тотонорға мөмкин булған сертификат бирелә. Уны алған тренер кәмендә биш йыл ауыл ерендә эшләргә тейеш.

Программа физкультура факультетын тамамлаусыларға тыуған ауылдарында эшләү һәм яратҡан эше менән шөғөлләнеү, ауыл балаларына тренер менән физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирҙе.

Проект сиктәрендә 4 йыл эсендә 176 тренер 134 800 млн. һумлыҡ, атап әйткәндә:

2020 йылда - 13 муниципаль районынан 34 тренер,

2021 йылда - 10 муниципаль районынан 20 тренер,

2022 йылда - 20 муниципаль районынан 49 тренер,

2023 йылда - 52 тренер-уҡытыусы ярҙам алған.

Ағымдағы йылда сертификат 12 муниципалитеттан 21 тренер-уҡытыусыға бирелгән. Әйткәндәй, быйылғы йылдан программаға тағы бер пункт индерелде – шул аҡсанан ипотека торлаҡ кредиты буйынса йөкләмәләрҙе ҡаплау мөмкинселеге өҫтәлде.

Район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Ирек Ғәлим улы Шәмиғолов:

- “Ауыл тренеры” программаһы буйынса райондан ярҙам алыусы әлегә юҡ. Киләсәктә булыр тип ышанам. Ауылда спортты үҫтереү өсөн бындай программалар бик кәрәк. Уның ярҙамында спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар ҙа артасаҡ.  

Республикабыҙҙа һуңғы йылдар эсендә эшсе халыҡҡа, йәш ғаиләләргә һ.б. ярҙам итеү маҡсатынан барлыҡҡа килгән эшлекле программалар менән бер рәттән “Ауыл тренеры” программаһы ла бик уңышлы тип танылды. Уның ярҙамында республиканың ауыл биләмәләрендә кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә, балалар-үҫмерҙәр спорты киң үҫешә.

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: