Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2023, 13:50

ГТО сәләмәт йәшәргә өйрәтә

Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын индереү буйынса Координация советы ултырышы үтте.

ГТО сәләмәт йәшәргә өйрәтә
ГТО сәләмәт йәшәргә өйрәтә

Унда тестлау үҙәге етәксеһе А. Ырыҫҡолов ГТО нормативтарын тапшырыу сараларын бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны.

Ултырышта 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарата нормативтар үтәү буйынса анализ яһалды. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, ГТО нормативтарын тапшырыусылар араһында алтын билдәгә үтеүселәр һаны артҡан. Республика буйынса беҙҙең район 59-сы урындан 39-сы урынға күтәрелгән.

Көн тәртибендә шулай уҡ ГТО нормативтарын тапшырыуҙы төрлө конкурстар, спартакиада, йәштәр өсөн үткәрелгән саралар программаларына индереү, уҡыусыларға ГТО билдәләрен тантаналы шарттарҙа (мәктәп байрамдарында, линейкаларҙа) тапшырыуҙы ойоштороу, хеҙмәт коллективтары араһында спартакиада үткәреү хаҡында һүҙ барҙы.

Күрһәткестәрҙе тағы ла яҡшыртыу маҡсатынан тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде, яуаплы кешеләргә күрһәтмәләр бирелде.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: