Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2023, 08:23

Байназарҙа хоккей турниры үтте

9 февраль көнө Байназар мәктәбендә Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин иҫтәлегенә хоккей турниры үтте.

Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте

Һигеҙенсе йыл рәттән уҙғарылған был ярышта быйыл бөтәһе 3 команда ҡатнашты. Байназар һәм Монасип мәктәбе командалары һәм Белорет районынан Абҙаҡ командаһы. Ярыш хоккейсылар парады менән башланып китте. Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәйҙең флагын күтәреү хоҡуғы уҡыу алдынғылары, мәктәптә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, Филүс Нургалин исемен йөрөтөүсе 8а синыфы уҡыусылары Дәүләтшин Ғалимдар һәм Исламгулова Камилаға бирелде.

Уйынды Филүс Нургалин иҫтәлегенә үткәрелгән хоккей ярышына башланғыс һалыусы мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы асып ебәрҙе.

Артабан беҙҙең ауылыдаш батырыбыҙ Филүс Нургалиндың әсәһе, Таңһылыу инәй Нургалина ошо бәйгене йылда ойоштороп килгәндәренә рәхмәттәрен әйтеп үтте һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләп ҡалды.

Дәүләтшин Флюр Хәлил улы Бөрйәндән килгән судьялар Салауат, Азат, Константин ағайҙар менән һәм уйын шарттары менән таныштырып үтте.

Быйыл Байназар командаһы егеттәре өр яңы формала сығыш яһанылар. Яманғолов Инсаф Рәзиф улы Байназар командаһына үҙе хоккеист булараҡ накидкалар бүләк иткән. Ул ошо Байназар мәктәбенең 11 класын тамамлап киткән уҡыусы. Мәктәпте бөткәндән һуң Ҡазан ҡалаһына офицерҙар мәктәбенә уҡырға инеп, унда 4 йыл уҡып тамамлай. Әлеге көндә Украинала барған хәрби операцияла танковый полктың взвод командиры.

Ярыш бик ҡыҙыу барҙы, хатта мәктәп уҡыусылары ла тәнәфес араларында сығып үҙҙәренең командаһы өсөн янып торҙолар.

Тик, ярыш булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була.

Шулай итеп, был көсөргәнешле ярыштың һөҙөмтәләренә килгәндә, Иҫке Монасип мәктәбе командаһына 3-сө урын, 2-се урынға Абҙаҡ командаһы алды, ә 1-се урынға Байназар мәктәбе командаһы лайыҡ булды һәм улар Филүс Нургалиндың күсмә кубогына эйә булдылар.

Уйындың иң яҡшы һаҡсыһы булып Ғалимдар Дәүләтшин билдәләнде, иң яҡшы голкипер Нуриман Юмагулов, иң яҡшы хөжүм итеүсе Радмир, һәм иң яҡшы хоккеист исеменә Монасип командаһынан батыр йөрәкле ҡыҙ Айгөл Мирасова лайыҡ булды һәм уға Таңһылыу инәй Нургалина үҙенең бәләкәй генә бүләген тапшырып китте.

Был ярышты ойоштороусыларға ҙур рәхмәт.

Барыһы ла был ярыштан ҡыуанып ҡайтҡандыр, тиеп уйлайым.

Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Байназарҙа хоккей турниры үтте
Автор:Вәсилә Әйүпова
Читайте нас: