Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2023, 11:00

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!

14 декабрҙә Сермәндә ауылдың 320 йыллығына, шулай уҡ ауылда хоккей уйыны асылыуға 20 йыл айҡанлы, хоккей турниры үтте.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!

Был сараны ауыл хәкимиәте башлығы Айытбай Әйүпов тантаналы рәүештә асып, ярышта ҡатнашыусы 4 командаға старт бирҙе. Бөрйән районы данын яҡлап сығыш яһаусы Байназар мәктәбе командаһы ла ҡатнашты.

- Быға тиклем Байназар мәктәбе хоккей буйынса сит райондарға сыҡҡаны юҡ ине, быйыл бына тәүгә сыҡтыҡ. Сермән ауылы спортсылары менән күптән "Дуҫлыҡ күпере” һалынды. Был тәңгәлдә ойоштороу йәһәтенән Айытбай ағай Әйүповҡа рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Артабан хоккей спортын үҫтереп, районыбыҙ данын яҡлап сығыш яһарбыҙ, еңеүҙәр яуларбыҙ, - тине был турнир хаҡында Байназар мәктәбе командаһы тренеры Флюр Дәүләтшин.

Ярыш кис ауғансы дауам итте.

Көсөргәнешле ярыштың һөҙөмтәләренә килгәндә 4-се урын "Абҙаҡ", 3-сө урын "Медведи" 2-се урын Байназар командаһына эләкте. 1-се урынға сығыусы "Бөркөт" командаһына маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм Сермән кубогы тапшырылды.

Ярышты ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр еткереп, йылы сәй эсеп, ярыш тәьҫораттарын бүлешә-бүлешә ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Йәш хәбәрсе булараҡ, көйәрмән булып, хоккейсылар менән бергә йөрөп ҡайтыу бәхете тейгән өсөн бик шатмын. Бының өсөн мәктәп етәкселегенә рәхмәтлемен.
Афарин, байназарҙар, һынатманығыҙ, уңыштар һеҙгә артабан да!

Автор фотолары.

Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Күрше хаҡы - тәңре хаҡы!
Автор:"Аманат" журналының һәм "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрсеһе, Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы Вәсилә Әйүпова
Читайте нас: