Төньяҡ атлауы йәки уны скандинавса йөрөү тип тә атайҙар – бик үҙенсәлекле спорт төрө. Хәҙер уның менән даими шөғөлләнеүселәрҙе йыш күрәбеҙ.
Әгәр кеше скандинавса атлау менән даими шөғөлләнә икән, тимәк, ул сәләмәтлеген һаҡлай һәм нығыта. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тип тиккә әйтмәгәндәр. Әгәр һин атлап йөрөйһөң икән, тимәк, йәшәйһең, алға ынтылаһың!
Скандинавса атлауҙың сере бар. Ул - техникала. Баҡтиһәң, скандинавса атлау фитнестың төрлө төрҙәрен алмаштыра һәм йөҙөү менән бер рәттә тора икән. Йүгереүселәр, һикереүселәр, велосипедсылар һәм роллерҙарҙан айырмалы, таяҡ менән атлаусылар мускулдарының 90 процентын көсөргәндерә: арҡа, янбаш һөйәге зонаһы, ҡулдар, ҡулбаштар эшләй, үпкә яҡшы эшләй, капиллярҙар уяна, йөрәккә ҡан тиҙерәк барып етә. Хатта ҡулдар алмашлап эшләгәнлектән, баш мейеһе лә эшкә егелә. Һөҙөмтәлә төньяҡ атлауының организмға файҙаһы ҙур.
Бөгөн, 29 сентябрҙә, сәғәт 3-тә Өфөлә Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы вәкилдәренең төньяҡ атлауы буйынса сараһына старт бирелде. Ул “Төньяҡ атлауы – яңы йәшәү нормаһы” корпоратив проектына ярашлы уҙғарыла.
Ирекле физкультура союзы Башҡортостандың баш ҡалаһында Бөтә Рәсәй “Спорт – йәшәү нормаһы” программаһына ярашлы, “Төньяҡ атлауы – яңы йәшәү образы” федераль проектын тормошҡа ашыра. Был спорт акцияһын башлаусы - билдәле спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Ирина Слуцкая.
Бындай спорт сараларының үткәрелеүе иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашыра.
Фото: medaboutme.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан