Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Июль 2022, 13:00

Баймаҡтар әбйәлилдәрҙе еңде!

Баймаҡтар әбйәлилдәрҙе 5:0 иҫәбе менән еңде! Әле ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар көс һынаша. 

Баймаҡтар әбйәлилдәрҙе еңде!
Баймаҡтар әбйәлилдәрҙе еңде!

Йәмәғәт, Башҡорт аты фестивале башланғанын хәбәр иткәйнем бит инде) Ылаҡ уйынына беренсе булып ярышҡа сыҡҡан баймаҡтар һәм әбйәлилдәр араһындағы уйын 5:0 иҫәбе менән тамамланды! Баймаҡтар еңеү яуланы! Афарин! Баймаҡтар командаһынан Фидан Ниәтшин ҡатмарлыраҡ уйын алда әле тип белдерҙе һәм әбйәлилдәргә уйын өсөн рәхмәтен белдерҙе. Был хаҡта минең әңгәмә беҙҙең <Һаҡмар> төркөмөндә Бәйләнештә.

Әбйәлилдәр ҙә бар таһыллығын һалып ярышты. Маладис, егеттәр! Киләсәктә һеҙ ҙә мотлаҡ еңеү яуларығыҙға ышанабыҙ. 

Әле майҙанда ҡырғыҙҙар менән ҡаҙаҡтар көрәгә. Кем еңер, дуҫтар? Нисек уйлайһығыҙ?  

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор фотолары. 

Һаҡмар

Автор:Гүзәл Иҫәнгилдина.
Теги:bashhorsefest
Читайте нас: