Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Февраль 2022, 11:44

Рәсәй санасыһы Татьяна Иванова тарихта тәүге тапҡыр олимпия миҙалын яуланы

Татьяна Иванова илебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарының сана спорты тарихында беренсе олимпия миҙалын яуланы.  

Рәсәй санасыһы Татьяна Иванова тарихта тәүге тапҡыр олимпия миҙалын яуланы
Рәсәй санасыһы Татьяна Иванова тарихта тәүге тапҡыр олимпия миҙалын яуланы

Пермь крайы ҡыҙы Пекиндағы Уйындарҙа бер урынлыҡ санала «бронза» алды.

Беренсе урында — Натали Гайзенбергер (Германия), икенселә —Анна Беррайтер (Германия).

Белеүегеҙсә, алдағы көндә Илебеҙ саңғысыһы Александр Терентьев спринтта олимпия «бронза»һын яулағайны.

22 йәшлек Рәсәй саңғысыһы Александр Терентьев ауыр спринт уҙышында бронза миҙал яуланы. Финал ярышында ул Рәсәйҙең Олимпия комитеты командаһы вәкиле Артем Мальцев менән бергә ҡатнашты.

Алтын миҙалды, ғәҙәттәгесә, Йоханнес Клебо (Норвегия), икенсе урынды спринтта Федерико Пеллегрино (Италия) алды.

Был инде Рәсәй саңғысыларының Пекиндағы Олимпиадала дүртенсе миҙалы һәм Рәсәй атлеттарының туғыҙынсы наградаһы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-02-08/rossiyskaya-sanochnitsa-tatyana-ivanova-vpervye-v-istorii-vyigrala-olimpiyskuyu-medal-2685257

Автор:
Читайте нас: