

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары электрон формала файҙалана алған төп ярҙам саралары:
-Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙы компенсациялау;
-Мәҙәни сараларға льготалы йөрөү;
-Урта һәм махсус белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү;
-Ер участкаһы алыу;
-Мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына тәү сиратта ҡабул итеү;
-Мәктәптә бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеү;
-Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат итеү;
-Оҙайлы көн төркөмдәрендә ҡарау өсөн түләүҙән азат итеү;
-Ҡала һәм ҡала яны транспортында бушлай йөрөү;
-Газлаштырыу сығымдарын компенсациялау.
Федераль дәүләт хеҙмәттәре порталында ярҙам саралары «Ватанды һаҡлаусылар өсөн ярҙам саралары» («Меры поддержки для защитников Отечества») бүлеге рәүешендә тәҡдим ителә.
(https://www.gosuslugi.ru/fzo?utm_source=main&utm_medium=banner&utm_campaign=fzo&okato=80000000000®ionId=49&recipient=0&directions=0&level=0&pageNum=1) Бында МХО-ның ғәмәлдәге ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн сервистар тупланған.
Бүлектә федераль һәм төбәк хеҙмәттәре, инструкциялар, йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар, шулай уҡ кире бәйләнеш формаһы урынлаштырылған.
- Әлеге ваҡыт та дәүләттең төп бурыстарының береһе – ватанды һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Беҙҙең ведомство профилле органдар менән берлектә ярҙам сараларын алыу мөмкин тиклем уңайлы, аңлайышлы булһын һәм кәрәкмәгән бюрократик процедураларҙы ҡыҫҡартыу өсөн электрон сервистар булдыра һәм оптималләштерә, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында (https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/catalog/lifeSituations) ярҙам саралары 6 «тормош ситуацияһы» рәүешендә йыйылған:
-МХО-ла ҡатна-шыусыларҙың ғаилә ағзалары;
- МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары;
- МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам;
- МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына нисек кәрәкле документтар алырға;
-МХО-ла ҡатна-шыусыларҙың балалары;
- МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына белем биреү буйынса льготалар алыуҙа ярҙам.
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәрендәге ярҙам саралары буйынса бүлек килеп тыуған тормош хәлен документтар тапшырыу ысулдары буйынса тәҡдимдәр, файҙалы сервистарға һылтанмалар һәм һорауҙарға яуаптар менән эҙмә-эҙлекле аҙымдар рәүешендә хәл итергә мөмкинлек бирә.
МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары менән электрон сервистар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү «Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформацияһы» («Экономика данных и цифровая трансформация государства») милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.