-4 °С
Ҡар
Йәрминкәлә 110-дан ашыу эш эҙләүсе граждандар, урындағы халыҡ, бәлиғ булмаған балалар ҡатнашты. Уларға Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбе, район үҙәк дауаханаһы, Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы бүлексәһе һәм башҡа ойошмалар тарафынан 125 вакансия тәҡдим ителде.
Шулай уҡ сараға "Ватанды Һаҡлаусылар" Дәүләт фондының социаль координаторы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе вәкиле йәлеп ителде. Теләүселәр уларға мөрәжәғәт итеп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алдылар.