Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Июнь 2022, 20:05

Республика башлығы «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында һөйләне

Һанлы үҫеш министрлығының Берҙәм дәүләт порталы бүлегендә ер һәм милек буйынса электрон хеҙмәттәр күрһәтелә. 

Республика башлығы «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында һөйләне
Республика башлығы «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында һөйләне

Электрон базаны Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тултыра. Ер участкаһын һайлап алып унда йорт һалыу, инженер селтәрҙәр үткәреү өсөн ғариза биреү, объектты һүтеү һәм башҡа эштәрҙе башҡарырға мөмкин. Бүлектә республиканың бөтә муниципалитеттары буйынса ер биләмәләре тураһында мәғлүмәт булдырыла.

Һанлы формат физик һәм юридик шәхестәр өсөн берҙәй уңайлы буласаҡ, ти уны ойоштороусылар.

"Беҙ халыҡҡа һәм бизнесҡа дәүләт-муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон тәртиптә күрһәтеү өсөн күп эшләйбеҙ. Был ваҡытты ла, көстө лә экономиялай. Был йәһәттән «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисы хаҡында һөйләргә теләйем. Был сайт төҙөлөш башлаусыларға шәп ярҙам. Шәхси йорт төҙөргә йыйынған ябай кешеләргә лә, яңы биләмәләрҙе үҙләштерергә теләгән төҙөүсе ойошмаларға ла берҙәй уңайлы.

Суперсервис ярҙамында ер учаткаһы һатып алыуҙан алып документтар юллауға тиклем барыһын да эшләргә мөмкин. Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә онлайн күрһәтелә. Әгәр сайтта ниндәйҙер хеҙмәт юҡ икән, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге аныҡ аңлатыла. Барыһы ла тиҙ һәм уңайлы. 

Иң мөһиме: суперсервис артабан үҫешә. Мәҫәлән, кешеләр үҙенә ниндәй хеҙмәт кәрәклеген һорап эшләтә ала. Һылтанмаһын ҡалдырам: https://stroyka.bashkortostan.ru/ Һеҙгә уңайлы булыр тип ышанам" - тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында һөйләне
Республика башлығы «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында һөйләне
Автор:
Читайте нас: