Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Март 2022, 14:00

Владимир Путин 8-16 йәшлек балалары булған ғаиләләргә яңы түләүҙәрҙе раҫланы

Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам саралары булдырыла — ай һайын 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға аҡса түләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо турала белдерҙе.

Владимир Путин 8-16 йәшлек балалары булған ғаиләләргә яңы түләүҙәрҙе раҫланы
Владимир Путин 8-16 йәшлек балалары булған ғаиләләргә яңы түләүҙәрҙе раҫланы

«Беҙ яңы ҡарар ҡабул итергә — 8-16 йәшлек балаларға, атап әйткәндә, аҙ килемле бөтә ғаиләләр өсөн түләүҙәр билдәләргә, уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Был сара 1 апрелдән ғәмәлгә индерелә, аҡса майҙа түләнә башлай», — тине дәүләт башлығы.

Хәҙерге ваҡытта илдә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип билдәләне Владимир Путин. Бынан тыш, Рәсәй Президенты 8-16 йәштәге балаларын яңғыҙы ҡараған ата-әсәләргә ярҙам тураһында иҫкә төшөрҙө.

«Дәүләт үҙ яғынан ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләр. Был беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеш», — тине алды Владимир Путин.

Владимир Путин 8-16 йәшлек балалары булған ғаиләләргә яңы түләүҙәрҙе раҫланы
Владимир Путин 8-16 йәшлек балалары булған ғаиләләргә яңы түләүҙәрҙе раҫланы
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: