-4 °С
Ҡар
Февраль пенсияһы менән бергә пенсионерҙар ғинуар өсөн өҫтәмә аҡса алырға тейеш (пенсияны 5,9 проценттан 8,6 процентҡа тиклем индексациялауҙы иҫәпкә алып). Түләүҙәр автоматик рәүештә килә, бының өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.
«Страховка пенсияһын һәм страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләмен индексациялау 1,050 миллиондан ашыу пенсионерға ҡағылды. Башҡортостанда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме индексациянан һуң 17,5 мең һум тәшкил итте», — тип белдерҙе Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.