“Дөйөм алғанда, объектив мәғлүмәттәр былтыр ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙҙе раҫлай. Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһының бөтә федераль округтарында һәм 80 төбәгендә енәйәтселектең кәмеүе теркәлгән. Рецидив енәйәттәр һаны кәмегән,” – тип билдәләне ул.
Владимир Владимирович Эске эштәр министрлығына енәйәттәрҙе, бигерәк тә айырыуса ауыр енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эште көсәйтергә, бәлиғ булмағандарҙы диверсияға һәм терроризмға йәлеп итеүҙе иҫкәртеүҙе һәм язаны көсәйтергә, шулай уҡ үҫмерҙәрҙең агрессив тәртибе менән көрәшергә, иҡтисадты декриминализациялау, коррупцияға ҡаршы көрәш, законһыҙ миграция һәм наркобизнес өҫтөндә әүҙемерәк эшләү бурысын ҡуйҙы.
“Кибер енәйәттәргә, зыян күреүселәргә зыянды ҡаплауға һәм юлдарҙа хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Эске эштәр министрлығы иҡтисади енәйәтселеккә, бигерәк тә стратегик мөһим тармаҡтарҙа, ҡаршы торорға һәм милли юрисдикцияның сифатын күтәрергә тейеш. Законһыҙ миграция менән көрәшергә һәм наркотиктар пропагандаһы өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк. Эске эштәр министрлығы сафын нығытыу өсөн махсус хәрби операция ветерандарын йәлеп итеү мөһим.
Хеҙмәтегеҙ, айырыуса Донбаста һәм Новороссияла тәртипте тәьмин итеүҙә ҡатнашҡаны өсөн шәхси составҡа рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең профессионализмығыҙға һәм бурысығыҙға тоғролоғоғоҙға ышанам”, - тине Владимир Путин.
Президенттың Рәсәй Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышындағы сығышы тулы вариантта: http://www.kremlin.ru/events/president/news/79255
Фото: Кристина Соловьёва, РИА «Новости»