Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Апрель 2023, 10:05

Владимир Путин параспортсы Рөстәм Нәбиевты Йәмәғәт палатаһының яңы составына индерҙе

Владимир Путин президент квотаһы буйынса илдең Йәмәғәт палатаһының 40 ағзаһын раҫланы. Дәүләт башлығы тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Владимир Путин Башҡортостандың параспортсыһы Рөстәм Нәбиевты Йәмәғәт палатаһының яңы составына индерҙе

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, президент Рәсәй Йәмәғәт палатаһының яңы составына параспортсы, блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ағзаһы Рөстәм Нәбиевты индерҙе.

Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы составының вәкәләт ваҡыты –  өс йыл, 168 ағза иҫәпләнә (40-ы – президент квотаһы буйынса, 85-е – төбәктәрҙең йәмәғәт палаталарынан, 43-ө – Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берекмәләренән).

Бынан алдараҡ «Башинформ» билдәле блогер, йәмәғәтсе һәм альпинист Рөстәм Нәбиевтың Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнеүе хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-04-06/vladimir-putin-vklyuchil-parasportsmena-iz-bashkirii-rustama-nabieva-v-novyy-sostav-obschestvennoy-palaty-3207901

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Владимир Путин параспортсы Рөстәм Нәбиевты Йәмәғәт палатаһының яңы составына индерҙе
Владимир Путин параспортсы Рөстәм Нәбиевты Йәмәғәт палатаһының яңы составына индерҙе
Автор:
Читайте нас: