Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ноябрь 2022, 13:20

Рәсәй Президенты Лилиә Ғүмәрованы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне

14 ноябрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин белгестәрҙе һәм эшмәкәрҙәрҙе бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйған. Улар иҫәбендә өс яҡташыбыҙ ҙа бар.

Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм шәхси эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Краснокама районының «Алға» тоҡомсолоҡ заводы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2022-11-15/r-s-y-prezidenty-lili-m-rovany-du-ly-ordeny-men-n-b-l-kl-ne-3030016

 

Рәсәй Президенты Лилиә Ғүмәрованы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне
Рәсәй Президенты Лилиә Ғүмәрованы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне
Автор:
Читайте нас: