+7 °С
Болотло
«2025 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә 100 йыл тулыу уңайынан 2025 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенең 100 йыллығын билдәләүгә арналған саралар үткәрергә ҡарар итәм», — тиелә текста.
Хөкүмәткә ярты йыл эсендә байрамдың ойоштороу комитетын төҙөү, байрам саралары планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелгән. Министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шул иҫәптән төбәктәгеләргә тантаналарҙы әҙерләүҙә ҡатнашырға тәҡдим ителә.
Легендар «Артек» лагеры 1925 йылда балалар өсөн палаткалы лагерь-шифахана булараҡ ойошторолған. 2014 йылда «Артек» Халыҡ-ара балалар үҙәге тип үҙгәртелде.