Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Октябрь 2022, 14:55

Рәсәй Президенты Башҡортостанға һәр саҡ ихтирам менән ҡараны — Радий Хәбиров

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә Владимир Путинды юбилейы менән ҡотланы.

«Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй.

Мин Президентҡа республикабыҙға күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтлемен. Владимир Владимирович тарихи ғәҙеллекте тергеҙергә ярҙам итте һәм үҙенең указы менән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Республикала донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген ойоштороу, студенттар кампусын төҙөү, карбон полигонын булдырыу өсөн ғаризаларыбыҙҙы хупланы.

Владимир Владимирович Башҡортостанға һәр саҡ ихтирам менән ҡараны. Тыуған төйәгебеҙҙең күп милләтле һәм тарих дауамында Ватан сиген һаҡлаған яугирҙәрҙең батыр булыуын күп тапҡыр әйтә килде. Хәҙер ҙә шулай.

Бөгөн тотош ил Президентыбыҙ тирәләй тупланды. Сөнки ғәҙеллектең уның яғында икәнен беләләр. Беҙҙең киләсәк – уның менән бергә».

Рәсәй Президенты Башҡортостанға һәр саҡ ихтирам менән ҡараны — Радий Хәбиров
Рәсәй Президенты Башҡортостанға һәр саҡ ихтирам менән ҡараны — Радий Хәбиров
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: