Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Октябрь 2022, 10:05

Президент Рәсәй составында дүрт яңы субъекттың барлыҡҡа килеүе тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъекттарҙың: Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең барлыҡҡа килеүе тураһында дүрт федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документтар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Президент Рәсәй составында дүрт яңы субъекттың барлыҡҡа килеүе тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Президент Рәсәй составында дүрт яңы субъекттың барлыҡҡа килеүе тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, президент 30 сентябрҙә Рәсәй составына яңы биләмәләрҙе индереү хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы, һуңынан уларҙы Рәсәйҙең Конституция суды хупланы. 3 октябрҙә Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһы составына Донецк Халыҡ Республикаһын, Луганск Халыҡ Республикаһын, Херсон һәм Запорожье өлкәләрен ҡабул итеү тураһында закон проекттарын бер тауыштан хупланы, ә 4 октябрҙә Федерация Советы закондарҙы хуплауын белдерҙе.

Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: