Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Май 2022, 09:10

Рәсәй президенты хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары уҡырға имтиханһыҙ ҡабул ителә. ЛНР һәм ДНР абитуриенттары сит ил студенттары өсөн квота буйынса уҡырға инергә мөмкин. Бөтәһе 23 мең урын.

Рәсәй президенты хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Рәсәй президенты хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин хәрбиҙәрҙең һәм хәрби хеҙмәт ҡаралған федераль дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары хаҡында указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында ата-әсәһе махсус операцияла ҡатнашҡан абитуриенттар өсөн бакалавриат һәм специалитет программаларына махсус ҡабул итеү квоталары булдырыла. Квота һәр вузға бүленгән дөйөм бюджет урындарынан 10% тәшкил итә.

Яраланғандарҙың һәм һәләк булғандарҙың балалары юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ алына. Ижади һәм һөнәри йүнәлеш буйынса һынауҙарҙан тыш.

Рәсәй президентының указы илдең бөтә вуздарына ҡағыла. Ҡабул итеү кампанияһы 20 июнгә тиклем башлана.

Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән абитуриенттар Рәсәй университеттарына сит ил граждандарын уҡытыу өсөн квота буйынса инергә мөмкин, быйылғы уҡыу йылында ул 5 меңгә күберәк – 23 мең урын.

2021-2022 уҡыу йылында Рәсәй университеттарына 576 498 студент ҡабул ителде. 2022-2023 уҡыу йылына – 588 044 урын. Был урындарҙың 73% ашыуы төбәк вуздарына тура килә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-05-11/prezident-rf-podpisal-ukaz-o-dopolnitelnyh-merah-podderzhki-semey-voennosluzhaschih-2799492 

Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: