Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Март 2022, 09:35

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Владимир Путиндың Украинала махсус операция үткәреү тураһында ҡарарын хупланы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Украинала махсус операция уҙғарыу тураһындағы ҡарарын бер тауыштан хупланы. Мөрәжәғәттең тулы тексы парламенттың рәсми порталында баҫылған.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Владимир Путиндың Украинала махсус операция үткәреү тураһында ҡарарын хупланы
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Владимир Путиндың Украинала махсус операция үткәреү тураһында ҡарарын хупланы

«Махсус операция башланғанғас та, депутаттар Рәсәй Президентын, Рәсәй армияһын хуплауын белдерҙе. Ошо операция барышында Украина нацистары ҡылған енәйәттәрҙең бөтә яңы факттары һәм уларҙың Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы, Рәсәй граждандарына ҡарата башҡа һыймаҫлыҡ пландары асыла, был иһә ҡарарҙың дөрөҫ булыуына тағы ла бер тапҡыр инандыра», — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, ҡайһы бер дәүләттәр, ҡорал менән тәьмин итеп һәм Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереп, Украина режимына ярҙам итергә тырыша. Уларҙың маҡсаты — төрлө тармаҡтарҙа көрсөк булдырыу, йәшәү кимәлен кәметеү һәм йәмғиәтте тарҡатыу.

«Әлеге шарттарҙа Рәсәй Президентының ҡарарын хуплауыбыҙҙы рәсми рәүештә белдереүҙе мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Көнбайыш илдәренең Рәсәйгә ҡаршы алып барған иҡтисади һуғыш эҙемтәләрен лайыҡлы еңеп сығыу өсөн хәҙер бөтәбеҙгә лә берләшергә кәрәк. Украинаны демилитаризациялау һәм денацификациялау буйынса хәрби операцияның бурыстары үтәлер тип ышанам», —  тип өҫтәне Константин Толкачев.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Владимир Путиндың Украинала махсус операция үткәреү тураһында ҡарарын хупланы
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Владимир Путиндың Украинала махсус операция үткәреү тураһында ҡарарын хупланы
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: