Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Март 2022, 12:05

Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән Башҡортостан табиптарын бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Бүләкләнгән табиптар араһында Башҡортостандан ике медицина белгесе лә бар.

Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән Башҡортостан табиптарын бүләкләне
Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән Башҡортостан табиптарын бүләкләне

Улар — II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалын алған БДМУ проректоры Виталий Викторов һәм Пирогов ордены менән бүләкләнгән дауалау факультеты деканы Дамир Вәлишин.

«Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалаған өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәтемде белдерәм! Был — яңы коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса Башҡортостан табиптары командаһының эш һөҙөмтәһе һәм республиканың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Дамир Вәлишин.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бөтәһе 220-гә яҡын табип дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-04/vladimir-putin-nagradil-vrachey-iz-bashkirii-za-borbu-s-koronavirusom-2715287

Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән Башҡортостан табиптарын бүләкләне
Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән Башҡортостан табиптарын бүләкләне
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: