Бөтә яңылыҡтар
Сәйәхәт
20 Сентябрь 2022, 09:30

Башҡортостанға сәфәр ҡылырға теләгән кешеләр артҡан

Ростуризмда көҙгө кешбэк акцияһына йомғаҡ яһалды. 

Акцияның көҙгө этабы йомғаҡтары буйынса кешбэк менән рәсәйҙәр 14,3 миллиард һумға юллама һатып алған, тип белдерҙе Ростуризм башлығы Зарина Догузова.

“Ике аҙна эсендә программа менән 600 меңдән ашыу кеше файҙаланды – был ошондай ҡыҫҡа ваҡыт өсөн рекорд. 14,3 миллиард һумға юлламалар һатып алынды, ә кешбэктың суммаһы яҡынса 2,7 миллиард һум тәшкил итте. Шул рәүешле граждандар көҙгөһөн бүленгән бөтә сумма менән тиерлек файҙаланды”, - тип яҙҙы Догузова Telegram-каналда. Программа миҙгел араһындағы ихтыяжды кәметмәй тотоуға ярҙам итә: бронләү уртаса өс тапҡырға арта, тип билдәләне ул.

“Сентябргә круиздар бик популяр ине, көҙгө сәфәрҙәр өсөн кешеләр башлыса шифаханаларҙы, йылы бассейнлы ғаилә ҡунаҡханаларын һәм атмосфера ҡалаларына сәйәхәттәрҙе һайланы. Тау саңғыһы курорттарына ла бронләү әүҙем алып барылды: Красная Поляна һәм Шерегеш - лидерҙар рәтендә”, – тип өҫтәне ведомство башлығы.

Догузова һүҙҙәренсә, ғәҙәттәгесә, популяр Краснодар крайынан, Кавминводынан, Петербургтан, Мәскәүҙән һәм Ҡырымдан тыш, тотош илдә Татарстан, Башҡортостан, Алтай, Байкал һәм Приморье шулай уҡ ихтыяж менән файҙаланған. 20 процентлы кешбэк менән турҙар 25 августа һатыла башланы һәм 10 сентябрҙә тамамланды. Этап 1 октябрҙән 25 декабргә тиклем сәфәрҙәргә ҡағыла. Төп яңылыҡ – программала ҡатнашҡан Алыҫ Көнсығыш ҡунаҡханаларына һәм шифаханаларына 40 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарыу индерелгән.

2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыу, шулай уҡ туристик тармаҡтың мультипликативлығы иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеү – “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” (национальный проект “Туризм һәм индустрия гостеприимства”) милли проектының бурыстары. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда башланды. Ә инде ҡыҙыҡһыныу артҡан төбәктәр араһында Башҡортостандың да булыуы беҙҙе бик ҡыуандыра. 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-09-16/bash-ortostan-a-s-f-r-ylyr-a-tel-g-n-keshel-r-art-an-2953728 
#национальныепроекты#нацпроекты

Башҡортостанға сәфәр ҡылырға теләгән кешеләр артҡан
Башҡортостанға сәфәр ҡылырға теләгән кешеләр артҡан
Автор:
Читайте нас: